10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2016 йыл, 17:23

Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» хәйриә эстафетаһы дауам итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. «Китап» нәшриәте магазинында «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы эстафетаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин магазинда һатып алған китаптарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы Инвалидтар ижады йорто директоры Гөлсәсәк Зариповаға тапшырҙы. Шағир Вәрис Аҡбашев Ауырғазы районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы китапханаларға, мәктәптәргә һәм күп балалы ғаиләләргә китаптар бүләк итте.

Акцияның эстафетаһын яҙыусы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм шағирә, драматург Земфира Муллағәлиева ҡабул итте.

Акцияның төп маҡсаты — йәш быуынды китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу, шулай уҡ уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырыу.

темалар: китап сығарыу