Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 0 градусҡаса йылытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 0 градусҡаса йылытасаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 16 февралдә, төбәктә һауа температураһы төндә -9,-14 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ -3, -8 градус буласаҡ. Шаршамбы, 17 февралдә, төндә -6,-11, көндөҙ нулдән -5 градусҡа тиклем. Синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын, ҡар яуыуын, айырым райондарҙа буран сығыуын фаразлай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 15 февралдә, республикала көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10 градус тәшкил итәсәк, айырым райондарҙа — 0 градусҡа тиклем. Автомобиль юлдарында күренеүсәнлек яҡшы. Хәүефле күренештәр күҙалланмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть