10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2016 йыл, 15:31

Республикала аҙыҡ-түлектең минималь йыйымы хаҡы билдәле булды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылдың ғинуарында Башҡортостанда аҙыҡ-түлектең минималь йыйымы хаҡы 3317,43 һум тәшкил итте. Был уҙған йылдың декабре менән сағыштырғанда 1,3 процентҡа артҡан.

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, аҙыҡ-түлек йыйымы хаҡын иҫәпләгәндә продукттарҙы ҡулланыуҙың шартлы күләме файҙаланыла һәм уртаса хаҡтар иҫәпкә алына. Был күрһәткес йәшәү минимумы дәүмәленең мөһим элементы булып тормай.

Минималь йыйым 33 төрлө аҙыҡ-түлектән тора һәм эшкә һәләтле халыҡ, пенсионерҙар, балалар өсөн тәғәйенләнә. Исемлеккә икмәк һәм һөт продукттары, макарон изделиелары, картуф, йәшелсә һәм емеш-еләк, шәкәр һәм кондитер изделиелары, ит, балыҡ, йомортҡа, май, маргарин, тоҙ, сәй, тәмләткестәр индерелгән.