11 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2016 йыл, 14:46

Төбәктә әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар ете процентҡа индексацияланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 февралдән Башҡортостанда балалы ғаиләләргә пособиелар, шул иҫәптән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие һәм йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме ете процентҡа артты, тип аңлаттылар Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһендә.

Хәҙер бала йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның минималь күләме 3344,91 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 6689,83 һум тәшкил итә.

2016 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың февраленә йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса күсә торған пособиелар өсөн пособиеларҙың минималь күләме яңынан иҫәпләнә.

Бала тыуғас та ғаилә бер тапҡыр 17 839,55 һум аласаҡ.

Йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие 668,99 һумға тиклем арттырылды.  

2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң тәғәйенләнгән пособиелар өсөн бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиеның сикке суммаһы тулы календарь ай өсөн 21 554,82 һум тәшкил итәсәк.