Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

2015 йылда Башҡортостанда корпоратив кредитлау 20 проценттан ашыуға кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

2015 йылда Башҡортостанда банктар юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 467,8 миллиард һумлыҡ кредит биргән, был 2014 йылға ҡарағанда 22,5 процентҡа кәмерәк, тиелә Үҙәк банктың республика бүлексәһе мәғлүмәтендә.

Ошондай кредиттар буйынса бурыстың ҡалған өлөшө 4,9 процентҡа кәмегән һәм 399,8 миллиард һум тәшкил иткән (Рәсәй буйынса был күрһәткес 7,6 процентҡа күтәрелгән). Ваҡытында түләнмәгән бурыс кимәле 2,1 процентҡа тиклем артҡан.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын кредитлау 14,2 процентҡа — 96,7 миллиард һумға тиклем кәмегән (Рәсәй буйынса — 28,3 процентҡа). Ваҡытында түләнмәгән бурыс күләме 14,1 процентҡа артҡан һәм 5,6 миллиард һум тәшкил иткән.

2016 йылдың башына Башҡортостанда 83 кредит ойошмаһы эшләй. Улар иҫәбендә — биш республика банкы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть