10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2016 йыл, 12:52

Республикала Журналистар хаҡында энциклопедия өҫтөндә эш башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Мәүлиҙә Яҡупова/. Республикала «Башҡортостан журналистикаһы һәм матбуғаты» энциклопедияһы концепцияһы өҫтөндә эш башлана. Ул 2017 йылдағы ваҡиғаларға — башҡорт матбуғатының 100 йыллығына һәм Башҡортостан журналистарының ижади берләшмәһенең 60 йыллығына арналасаҡ.

Республика матбуғатының тарихы төрлө ваҡиғаларға һәм сағыу исемдәргә бай. Баҫма тематик төбәк энциклопедияһына ҡараясаҡ. Унда башҡорт журналистикаһы үҫешенең тарихы сағылдырыласаҡ. Төрлө осорҙа сыҡҡан гәзит-журналдар, шул иҫәптән революция һәм совет осорондағы губерна баҫмалары, хәҙерге матбуғат, юғары уҡыу йорто, ғилми учреждение һәм предприятие, телерадиокомпания һәм студия баҫмалары инәсәк.

Шулай уҡ тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары, республика полиграфия предприятиелары, элекке типографиялар, китап нәшриәттәре мөһим урын биләйәсәк.

Журналистарҙың билдәле критерийҙар буйынса һайлап алынған биографик мәҡәләләрен урынлаштырыу ҙа күҙ уңында тотола. Улар тармаҡтың үҫешенә ҙур өлөш индергән киң мәғлүмәт сараларын ойоштороусылар, ведомство етәкселәре, маҡтаулы исемгә эйә журналистар һәм мөхәррирҙәр, дәүләт, республика һәм тармаҡ премиялары лауреаттары, яҙыусы-журналистар, матбуғат тарихын тикшереүсе ғалимдар буласаҡ.

Билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова авторҙарҙың үҙҙәре хаҡында һөйләргә ваҡыт етте, тип иҫәпләй. Республика журналистар союзында ғына 1,5 мең самаһы ағза. Уның фекеренсә, баҫманы әҙерләүҙә объективлыҡ һәм принципиаллек, йөкмәткене редакция эсендә тикшереү — иң мөһиме, сөнки китап киләсәк быуын өсөн сығарыла.

Белешмә. Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә журналистар тураһында энциклопедиялар донъя күргән дә инде: 2013 йылда — Чебоксарҙа, 2014 йылда Саха (Яҡут) Республикаһының Журналистар союзы 55 йыллығына «Яҡутстан журналистары» баҫмаһын сығарҙы, 2015 йылда Удмуртияла «Удмурт дюнне» белешмәһе баҫылды. Шулай уҡ «Архангельск журналистары ХХ» энциклопедияһы (2014), «Сыуаш журналистикаһы һәм матбуғаты энциклопедияһы» бар. 2014 йылда «Рәсәй журналистары: 20-21 быуаттар» белешмә-энциклопедик баҫмаһы донъя күрҙе.