Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләрҙе «Хәйерле Stand-Up кис!» юмористик проектына саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

16 февралдә «Театро» клубында «Хәйерле Stand-Up кис!» юмористик проектының кисәһе була. Әүҙем башҡорт йәштәре дуҫтары менән осрашыу һәм резиденттарҙың актуаль темаларға шаяртыуҙарын тыңлау өсөн ошо сараға йыйыла.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов хәбәр итеүенсә, сәхнәлә былтырғы миҙгел резиденттары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ «Асыҡ микрофон» эшләйәсәк, унда теләгән һәр кем үҙенең мәҙәктәрен һөйләй ала.

Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана. «Бәйләнештә»ге төркөмдә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть