5 декабрь, Дүшәмбе

15 февраль 2016 йыл, 10:33

Ғашиҡтар көнөндә баш ҡалала рекордлы 1143,5 килограмлыҡ сәк-сәк әҙерләнде

фото: автор фотоһы | видео: автор

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 14 февралдә Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда 1143,5 килограмлыҡ сәк-сәк әҙерләнде. Ғәҙәти «валентинкалар» урынына өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына башҡорттарҙың милли ризығын — сәк-сәк бүләк иттеләр.

«Ун көн буйына 20 ашнаҡсы тәүлек әйләнәһенә сәк-сәк бешерҙе. Милли ризыҡты әҙерләү өсөн 750 килограмм он, ете меңдән ашыу йомортҡа, ярты тонна май һәм Бөрйән балы кәрәк булды», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына рекордлы ризыҡты бешереүҙә ҡатнашҡан ашнаҡсыларҙың береһе.  

Майҙандың уртаһына сәк-сәктән яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе урынлаштырылды. Тәғәйенләнгән ваҡытта Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкиле 1143,5 килограмлыҡ рекордты теркәне һәм ойоштороусыларға тейешле сертификат тапшырҙы.

«Ойоштороусылар һәм етәкселәр, афарин! Мин тәүге тапҡыр ошондай ҙур ваҡиғала ҡатнашам. Быға бик шатмын һәм ғорурланам!» — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты билдәле гимнаст, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Алексей Немов.

Байрамға килеүселәрҙең барыһы ла татлы ризыҡ менән һыйланды. Сәк-сәк таратыу үҙенсәлекле хәйер булды — боронғо традиция тормошобоҙға органик рәүештә үтеп инде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алдағы рекорд — бер тонна сәк-сәк — Ҡазанда ҡаланың 1000 йыллығын билдәләгәндә ҡуйылғайны.