10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2016 йыл, 17:33

Республика йәштәре халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан флешмобҡа саҡыра

фото: Бәйләнештә

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Фатима Янбаева, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 84 йәш тулған булыр ине. Иҫтәлекле дата уңайынан республика йәштәре интернетта флешмоб ойоштора. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем шағирҙың яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп #РамиГарипову84 билдәһе менән «Бәйләнештә» селтәренә һалырға тейеш.  

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Кәбировтың был башланғысын БДУ-ның филология факультеты студенттары күтәреп алды. Улар бөйөк шағирҙың «Туған тел» шиғырын һайлаған.

«Рәми Ғариповты бер ҡасан да күрмәгән йәштәрҙең уны яратыуына аптырайһы түгел. Рәми темаһы — мәңгелек. Үҙенең шиғырҙарында ҡалдырған проблемалар, ул һүрәтләгән хистәр мәңгелек. Шиғриәтенә илһөйәрлек тойғоһо, гражданлыҡ позицияһы, лирика хас, әммә барыһы ла уның тормошҡа сикһеҙ һөйөүен сағылдыра. Ошо флешмоб аша шағир үҙе тере булмаһа ла уның хаҡында хәтерҙең тере булыуын һәм шиғырҙарын яратыуыбыҙҙы күрһәтергә теләнек», — тине флешмобты ойоштороусы, «Февраль. Буран» спектаклендә Рәми Ғарипов ролен уйнаған Артур Кәбиров.

Был Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа бағышланған беренсе акция түгел. Ике йыл рәттән «Минең Рәми» бөтә Рәсәй шиғри марафоны уҙғарылды һәм Салауат Юлаев исемендәге майҙанда марафон менән тамамланды. Социаль селтәрҙәрҙә шағирҙың ижадына арналған төркөмдәр бар.