7 декабрь, Шаршамбы

12 февраль 2016 йыл, 16:44

2015 йылда баш ҡалала 85 бала үҙ ғаиләһенә ҡайтарылған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда баш ҡалала 85 бала үҙ ғаиләһенә ҡайтарылған. Әлеге ваҡытта Өфөләге балалар йорттарында 275 бала тәрбиәләнә, шуларҙың 91-е — ваҡытлыса (ата-әсәләренең ғаризаһы буйынса). Ошондай һандар килтерҙе ҡаланың опека һәм попечителлек органдарының 2015 йылғы эш йомғаҡтарына арналған кәңәшмә барышында Опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе Татьяна Квасникова. Һуңғы бер нисә йылда Өфөлә етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу буйынса хәл үҙгәрҙе. Хәҙер етемдәрҙең 86 проценты ғаиләлә йәшәй.

«Видеопаспорт» федераль проекты ярҙамында Өфөләге 24 етем баланың 12-һе ата-әсәле булды, тағы ла бишәүһе буласаҡ ата-әсәһе менән таныша. 2015 йылдың авгусынан «Мәктәпкәсә донъя» журналында 11 сабыйҙың анкетаһы баҫылды — бөгөнгә уларҙың бишәүһе үҙ ғаиләһен тапты.

Бынан тыш, былтыр Өфөлә яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙың 50 осрағы теркәлгән, шуларҙың 31-е кире ҡайтарылған, был 62 процент тәшкил итә. 2014 йылда 45 осраҡ булған, 25-е кире ҡайтарылған.

Ҡаланың яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәте Өфөлә өс йыл самаһы эшләй.