8 декабрь, Кесе йома

12 февраль 2016 йыл, 15:59

Өфө — бензин хаҡының түбәнлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтендә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө — бензин хаҡының түбәнлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтендә. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2016 йылдың 1 февраленән 7-нә тиклем нефть продукттарын етештереүгә һәм уларҙың хаҡына аҙна һайын эшләнгән мониторинг мәғлүмәттәрен бирҙе.

Башҡортостандың баш ҡалаһында бензиндың бер литры уртаса 33,94 һум тора, шул иҫәптән А-76 (АИ-80) маркалы — 31,80 һум, АИ-92 — 32,99, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,76, дизель яғыулығы — 35,93 һум. Ҡазанда бензиндың бер литры — 33,27, Һамарҙа 33,66 һум тәшкил иткән. Волга буйы федераль округында иң ҡиммәтле бензин Пермдә (35,03 һум), Түбәнге Новгородта (34,95), Ижевскиҙа (34,85) һатыла.  

Статистиктар иҫәпләүенсә, илдә бензиндың бер литры 34,82 һум (А-76 (АИ-80) маркалы — 32,50 һум, АИ-92 — 33,79, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,75), дизель яғыулығы — 35,44 һум. Волга буйы федераль округы буйынса бензиндың уртаса хаҡы 34,14 һумға тиң (А-76 (АИ-80) маркалы — 31,57 һум, АИ-92 — 33,12, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,23), дизель яғыулығы — 34,89 һум.