5 декабрь, Дүшәмбе

12 февраль 2016 йыл, 15:17

Башҡортостан уҡыусыларына «кинолағы кеүек» хикәйә яҙырға тәҡдим итәләр

фото: «Бельские просторы» журналы редакцияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Башҡортостанда «Минең шәп тормошом» VI республика балалар әҙәби конкурсы иғлан ителгән. Уның темаһы — «Кинолағы кеүек...». Уҡыусыларҙан киҫкен сюжетлы хикәйәләр һәм шиғырҙар көтәләр. Эштәрҙе уҡыусылар үҙҙәре, шулай уҡ уҡытыусылары һәм ата-әсәләре ебәрә ала. Конкурстың ойоштороусылары булып Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, башҡа ойошмалар ҡатнашлығында «Бельские просторы» әҙәби журналы һәм республика Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берекмәһе сығыш яһай.

Балалар конкурсы йыл һайын уҙғарыла, быйыл уның темаһы Рәсәй киноһы йылына бәйле. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, конкурсҡа ебәрелгән поэзия һәм проза кинофильмдар кеүек үк мауыҡтырғыс булырға тейеш. Номинациялар ҙа кинематограф менән ауаздаш: «Комедия», «Фантастика», «Тарих, документалистика», «Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында». Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, Мәғариф министрлығының грамоталары һәм дипломдары көтә.

Шиғырҙар һәм проза 1 апрелгә тиклем bp2002@inbox.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт «Бельские просторы» сайтында баҫылған. Ойоштороусылар апрелдә үк еңеүселәрҙе билдәләргә ниәтләй.