4 декабрь, Йәкшәмбе

12 февраль 2016 йыл, 14:40

Рәсәй банкы иҫтәлекле көмөш тәңкә сығара

фото: Рәсәй банкы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 16 февралдә Рәсәй банкы «Шоанин боронғо христиан ҡорамы, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы» иҫтәлекле көмөш тәңкәһен әйләнешкә сығара. Тиражы — 3000 дана. Өс һумлыҡ яңы тәңкә «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһына инә.

Аҡсаның бер яғында — Рәсәйҙең Дәүләт гербы, икенсеһендә Ҡарасәй-Черкес Республикаһындағы Шоанин ҡорамы төшөрөлгән.

Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ошо серияла ете иҫтәлекле тәңкә сығарылған. 2016 йылда был әлеге сериялағы тәүге иҫтәлекле тәңкә. Ҡулаҡса менән түләгән саҡта ул илдә законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә.