10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2016 йыл, 13:59

Өфөлә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡышҡы Спартакиадаһы башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 февралдә Өфөлә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең XI ҡышҡы (өлкәндәр һәм балалар) Спартакиадаһы башлана. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ярышта ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә:

«Ҡәҙерле дуҫтар! «Газпром» корпорацияһының бүлендек йәмғиәттәре һәм ойошмаларының ҡышҡы Спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләүемә ифрат шатмын. Газ тармағы предприятиеларының хеҙмәт коллективтары вәкилдәрен ҡабул итеү — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә.

«Газпром» менән Башҡортостанды ныҡлы үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләй. Хәҙер ул республиканың баш ҡалаһында ҙур корпоратив ярыштар үткәреүгә бәйле киңәйә. «Газпром трансгаз Өфө» бүлендек йәмғиәте корпорация менән стратегик хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә, тармаҡты яңыртыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа мөһим роль уйнай һәм компанияның ҡышҡы Спартакиадаһын үткәреү хоҡуғына эйә булды.  

Бөгөн республика ҡала һәм райондарында меңдәрсә бала «Газпром»дың социаль партнерлыҡ программаһы сиктәрендә төҙөгән спорт ҡоролмаларында шөғөлләнә. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҫтереү өсөн уңайлы мөхит булдырыла. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» физкультура-һауыҡтырыу комплексын берлектә уҙғарыу традицияһы тергеҙелә.

Спартакиадала ҡатнашыусыларға ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм, уңышлы старттар һәм сағыу еңеүҙәр теләйем!».

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең XI ҡышҡы (өлкәндәр һәм балалар) Спартакиадаһы баш ҡалала 12 февралдән 19-на тиклем үткәрелә. 13 февралдә «Өфө-Арена»ла сараны асыу тантанаһы үтә.

Спартакиадала илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссия һәм Әрмәнстан республикаларынан «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек йәмғиәттәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм йәш спортсылар ҡатнаша.

Аҙна дауамында Өфөнөң һигеҙ спорт объекттарында алты спорт төрө буйынса 138 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Спортсылар саңғы ярышы, баскетбол, волейбол, мини-футбол, пуля менән атыу һәм өҫтәл теннисында көс һынашасаҡ. Ҡышҡы Спартакиада чемпиондарын бүләкләү һәм спорт байрамын ябыу тантанаһы 18 февралдә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында үтә.