Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала праймериз үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы эсендә алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты эш башланы. Кисә федераль ойоштороу комитеты менән видеоселектор уҙғарылды. Унда тауыш биреү юлы менән илдең 84 субъектында төбәк комитеттары рәйестәре раҫланды. Башҡортостанда ошо вазифаға төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев тәғәйенләнде.

Партияның төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, ойоштороу комитеты Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашасаҡ. Шунда уҡ 15 февралдән алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙан документтар ҡабул ителә. Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй.

2 апрелдән 15 майға тиклем бөтә кандидаттар ҙа дебаттарҙа ҡатнаша башлай. 22 майҙа алдан тауыш биреү үткәрелә, уның йомғаҡтары буйынса етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть