9 декабрь, Йома

12 февраль 2016 йыл, 11:50

Ял көндәрендә төбәктә йылы һәм аяҙ буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 13 һәм 14 февралдә төбәктә һауа температураһы төндә -9, -14, көндөҙ +1, -4 градус буласаҡ. Синоптиктар фаразлауынса, көндәр йылы торасаҡ һәм талғын ел иҫәсәк.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 12 февралдә, көн аяҙ, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе көтөлә. Хәүефле күренештәр күҙалланмай.