8 декабрь, Кесе йома

12 февраль 2016 йыл, 11:13

Башҡортостан вәкилдәре «Францияла Рәсәй көндәре»ндә ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан вәкилдәре «Францияла Рәсәй көндәре»ндә ҡатнашасаҡ делегация составына инә. Төп саралар 13 февралдән 14-нә тиклем Парижда Венсен ипподромында ойошторола һәм Орлов юртаҡ тоҡомоноң 240 йыллығына арнала. Был хаҡта «Росипподромы» компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

13 февралдә Париж ипподромында Рәсәй делегацияһы хөрмәтенә махсус бүләктәр уйнатыла. 14 февралдә шунда уҡ йүгереү көнө үткәрелә: Францияның легендар призы уйнатыла, унда Европаның һәм донъяның иң шәп һыбайлылары һәм аттары ҡатнаша. Ошо ваҡиға сиктәрендә Орлов юртаҡтары өсөн Франция-Рәсәй дуҫлығы призына бәйге ойошторола. Рәсәй юртаҡтарында Рәсәйҙән һәм Франциянан бишәр һыбайлы ярыша.

Бынан тыш, «Францияла Рәсәй көндәре» сиктәрендә күңел асыу программаһы ҡаралған: рус тройкаларының сығышы, хәрби «джигитовка». Шулай уҡ «Рус ауылы» күргәҙмәһе эшләйәсәк, унда ҡунаҡтар рус мәҙәниәте менән таныша, Рәсәйҙән килтерелгән һыйҙан ауыҙ итә аласаҡ.