5 декабрь, Дүшәмбе

11 февраль 2016 йыл, 17:47

Баш ҡалала Марат Кәримовтың «Донъям ҡәләм осонда» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә республиканың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың «Донъям ҡәләм осонда» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа йәшәү мәғәнәһе, кешенең тәғәйенләнеше һәм уның халҡы, тыуған ере алдындағы яуаплылығы хаҡында төрлө йылдарҙа яҙылған поэмалар һәм шиғырҙар тупланған. Китапҡа юмористик һәм сатирик әҫәрҙәр ҙә ингән.

Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Марат Нәби улы Кәримов Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуған. 1947 йылда Йылайыр педагогия училищеһын тамамлаған. 1959-1961 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡыған. 1964 йылдан 1968 йылға тиклем «Пионер» балалар журналының баш мөхәррире, «Һәнәк» сатирик журналының мөхәррире булып эшләгән.

1948 йылда йәш шағирҙың шиғырҙары республика матбуғатында күренә башлай. 1956 йылда «Бөрөләр» тигән тәүге китабы донъя күрә. Һуңынан «Йырҙың дауамы» (1959), «Яңы йондоҙ күрҙем» (1962) тигән шиғырҙар йыйынтыҡтары баҫыла. М.Кәримовтың шиғриәтенә лирика, еңелсә юмор, киҫкен сатира хас. 20-нән ашыу проза һәм шиғыр китаптары сығарған.

темалар: китап сығарыу