8 декабрь, Кесе йома

11 февраль 2016 йыл, 17:11

Өфөлә боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Европа чемпионаты уҙғарыла

фото: Анатолий Ермоленко

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. 21 февралдә Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионында боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Европа чемпионаты башлана. Ул ике көн дауам итәсәк. Унда һигеҙ илдән — Австрия, Германия, Норвегия, Рәсәй, Финляндия, Швейцария, Швеция һәм Чехиянан спортсылар ҡатнаша. Үткән аҙнала Өфө хакимиәтендә ошо ярышты уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы булды.

Хәбәр ителгәнсә, февраль айында Өфөлә Ғабдрахман Ҡадировтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан Европа чемпионаты урынына ФИМ кубогына халыҡ-ара ярыштар үткәреү планлаштырылғайны. Тәүҙә ФИМ-Европа Рәсәй Мотофедерацияһына уны Өфөлә уҙғарырға тәҡдим итте, әммә һуңынан Австрияға тапшырҙы. Ләкин Европалағы йылы һауа торошо ойоштороусыларға Санкт-Йоханн ҡалаһында талаптарға ярашлы боҙ әҙерләргә мөмкинлек бирмәне, шуға күрә комиссия беренсе вариантҡа туҡталды һәм Европа чемпионатын Өфөгә бирҙе.

Ғабдрахман Ҡадировтың 75 йыллығынан тыш, Өфөлә ошондай ярыш үткәрергә йәнә бер сәбәп бар. Быйылғы чемпионат — 20-се, тәүгеһе лә Башҡортостандың баш ҡалаһында башланды, тап Өфө боҙонда Ғабдрахман Ҡадиров Европаның беренсе чемпионы исемен яуланы. Был хәл 1964 йылда булды.

Республикала Европа чемпионаты — бишенсе, ә Өфөлә дүртенсе тапҡыр үткәрелә.