6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2016 йыл, 16:42

Башҡортостан юлдаш каналы төбәк телеканалдары рейтингында бишенсе урынды биләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. TNS Рәсәй мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан юлдаш телеканалы илдең иң ҡыҙыҡлы төбәк каналдарының береһе булды. 2015 йылдың IV кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тәүлек әйләнәһенә күрһәткән төбәк телеканалдары рейтингында бишенсе урынды биләне.

«Хабаровскиҙың 6 ТВ, Түбәнге Новгородтың «Волга», Силәбенең ОТВ һәм Омск телерадиокомпанияһы беҙҙән саҡ ҡына алдараҡ. Башҡа төбәк телекомпаниялары, шул иҫәптән «Мәскәү-24», «Санкт-Петербург», 31-се канал (Силәбе), ОТВ (Екатеринбург) исемлектең аҙағында тора. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Татарстан — Яңы быуат телеканалдарында ғына туған телдә тапшырыуҙар алып барыла. Башҡортостан юлдаш телеканалы «Яңылыҡтар»ы төбәк яңылыҡтары рейтингында Хабаровскиҙан ҡала икенсе урынды биләй. «Башҡортостан яңылыҡтарының» уртаса өлөшө — 3,7 процент. Сағыштырыу өсөн: «Татарстан яңылыҡтарының» өлөшө — 0,6 процент. Бынан тыш, Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары федераль каналдарҙың яңылыҡтары менән уңышлы ярыша. Киске яңылыҡтарҙың өлөшө 13-15 процентҡа етә», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.