Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» паркы барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфөнөң Калинин районында «Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» паркы барлыҡҡа киләсәк. Кисә Халыҡтар дуҫлығы йортонда милли-мәҙәни берекмә етәкселәре менән уҙған кәңәшмәлә инвалидтарҙың район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Аллағужин парктың проектын тәҡдим итте. Проект республика милли диаспораһының берҙәмлеген һәм тыныс шарттарҙа үҙ-ара эш итеүен сағылдырыусы үҙенсәлекле символға әүерелергә тейеш.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә йәмәғәт берекмәләренең 2016 йылдағы эшенең мөһим мәсьәләләре тикшерелде. Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова халыҡтарҙың милли-мәҙәни мираҫын, телдәрҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур саралар хаҡында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.

Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы вәкиле Зарина Вәлиева быйыл ғинуар айында уҙғарылған өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларының «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсы тураһында һөйләне. «Этно-культурология» номинацияһы буйынса туғыҙ милли йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашты, тип хәбәр итте ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть