3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2016 йыл, 14:47

Республика һәм Куба табиптары шәкәр диабетына ҡаршы бергәләп көрәшәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан һәм Куба табиптары шәкәр диабетына ҡаршы бергәләп көрәшәсәк. Өфөлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакировтың Куба Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Эмилио Лосада Гарсиа менән осрашыуы барышында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттарҙы дауалау, сирҙе заманса дарыуҙар ярҙамында дауалау алымдары хаҡында һүҙ барҙы. Ошо йүнәлештә дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү аспекттары ҡуҙғатылды.

«Беҙ табандың сей яраһын дауалау өсөн ҡулланылған уникаль препарат тураһында һүҙ алып барҙыҡ, ул пациенттарҙың аяҡтарын киҫеү осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ итә», — тип билдәләне Әнүәр Бакиров журналистар менән аралашҡанда.

Бөгөнгә республикала шәкәр диабеты менән сирләүсе 101 меңдән ашыу пациент теркәлгән. Шуларҙың 956-һы — «диабетик табан» синдромлы. Был сир оҙаҡ дауалауҙы талап итә, шулай уҡ инвалидлыҡҡа килтерә.

Эмилио Лосада Гарсиа һүҙҙәренсә, яңы препаратты ҡулланыу практикаһы пациенттарҙың йәшәү сифаты яҡшырыуын күрһәтте. Препарат 2007 йылдан алып ҡулланыла, 80 процент осраҡта ул үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.

Әлеге ваҡытта дарыу 23 илдә теркәлгән, Рәсәйҙә — 2014 йылдан. 2016 йылдан препарат йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлегенә индерелгән.

Башҡортостанда был дарыу Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эренле хирургия бүлексәһе пациенттарын дауалағанда ҡулланыла. Күп осраҡта ыңғай һөҙөмтә бирә.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау