Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телеканалында урындағы тапшырыуҙар күрһәтелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов.

Быйылдан башлап республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр урындағы телестудия тапшырыуҙарын ҡарай ала. Һәр йома киске сәғәт 5 тула 15 минуттан алып 6-сы яртыға тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалында Баймаҡ, Хәйбулла, Әлшәй, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙағы студияларҙың тапшырыуҙары күрһәтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән бөтәһе 10 телеканал хеҙмәттәшлек итә.

«Республика район һәм ҡалаларында бик күп мөһим, тап ошо район халҡы өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Хәҙер улар йома һайын билдәләнгән ваҡытта үҙҙәренең районы хаҡында тапшырыуҙар ҡарай ала. Мәғлүмәт тапшырыуҙарынан тыш, телепортреттар, аналитик программалар буласаҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.

Уның һүҙҙәренсә, «урындағы» блокта «Бөтә Өфө» продюсер үҙәге программалары — «Уфимский городовой», «Уфимский тракт», «Без фильтров» проекттары күрһәтелә. Тамашасылар уларҙы 12 февралдә үк ҡарай ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть