3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2016 йыл, 12:29

Шәмбе Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре уҙғарыла

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шәмбе, 13 февралдә, Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре уҙғарыла. Октябрь районында аҙыҡ-түлекте Р.Зорге урамындағы Спорт һарайы алдындағы майҙанда һатып алырға мөмкин.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Ухтомский, 19 («Көньяҡ» баҙары), Боровая, 14, 3-сө корпус («Юлдаш» сауҙа комплексы), Эшсе хәбәрселәр, 20 («Уңыш» сауҙа комплексы), Ҡулса, 65  («Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы), Баҡса, 2 («Орджоникидзе» сауҙа-күңел асыу комплексы) урамдарындағы фермер майҙансыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһы һатыласаҡ.