7 декабрь, Шаршамбы

11 февраль 2016 йыл, 11:47

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форум башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форум бара. 11 февралдә Мәләүездә, 12-дә Өфөлә тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡтар ойошторолған.

Форум сиктәрендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда финанслау мәсьәләләре, франчайзинг мехнизмдарын файҙаланыу, йәмәғәт фондтары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Мәскәү, Төмән, Пермь, Өфө эшҡыуарҙары һәм эксперттары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Улар социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләүселәр өсөн шәхси консультациялар уҙғарасаҡ.

«Социаль бизнес иң киҫкен проблемаларҙы хәл итеүҙә — инвалидтарҙы, балалар йорттарын тамамлаусыларҙы, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтә. Шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстары ярҙамында социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә мөмкин», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгендә.