11 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2016 йыл, 11:08

Бер аҙнала республикала кәбеҫтә, балыҡ һәм һөт ҡиммәтләнгән

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстат ағымдағы йылдың 1 февраленән 8-нә тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе. Аҡ күсәнле кәбеҫтә (24,19 һум) 2,6 процентҡа, туңдырылған балыҡ (132,37) — 2, 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы стерилләнгән һөттөң бер литры (52,65) — 1,7, шәкәр ҡомо (50,95) һәм алма (84,59) 1,5 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Бойҙай онона (29,89) һәм арыш ононан, бойҙай һәм арыш оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәккә (41,07) хаҡтар үҙгәрмәгән. Башлы һуған (23,02) — 1,3, беренсе, икенсе сортлы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, булка изделиелары — 1,2, кишер (26,02) 1 процентҡа арзанайҙы.  

Алдан хәбәр ителгәнсә, йылдың тәүге айында аҙыҡ-түлек баҙарында күҙләнсек сырға, аҡ һәм зәйтүн майына (1,6-3,9 процентҡа), сәйгә, торттарға, шәкәргә, джем һәм повидлоға (2,0-4,6), балға (7,4) хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә.