9 декабрь, Йома

11 февраль 2016 йыл, 10:22

Ипотека ставкаһын 12 процентҡа тиклем субсидиялау программаһы оҙайтыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Беренсел торлаҡ баҙарында ипотека ставкаһын 12 процентҡа тиклем субсидиялау программаһын 2016 йылдың аҙағынаса оҙайтырға ниәтләйҙәр. 10 февралдә «2015 йылда күсемһеҙ милек баҙары йомғаҡтары» эшҡыуарлыҡ форумында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень ошо хаҡта хәбәр итте.

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, махсус ипотека кредитлауы программаһы көрсөккә ҡаршы сараларҙың береһе булараҡ уҙған йылдың тәүге айҙарында әҙерләнде. Ғәмәлгә ашыра башлағандан алып бер йылдан кәмерәк ваҡыт та үтмәҫтән үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.

«Программа күсемһеҙ милек баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу йәһәтенән етди роль уйнаны. Ипотека кредитына һатып алынған һәр өсөнсө фатир ошо программа буйынса алынған, был тейешле һөҙөмтә бирҙе, — тине министр. — 2016 йылдың 1 ғинуарына программа буйынса 374,3 миллиард һумлыҡ 201,6 мең ипотека кредиты бирелгән».  

Михаил Мень ипотека ставкаһын субсидиялау программаһын оҙайтыу тураһында ҡарарҙың ҡабул ителеүенә иғтибарын йүнәлтте. «Әлегә 2016 йылдың аҙағынаса оҙайтыу тураһында һүҙ бара», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.