Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Былтыр төбәктән 50 меңдән ашыу кеше күсеп киткән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем төбәктән ситкә китеүселәрҙең һаны 56,9 мең кеше тәшкил иткән. 51 мең кеше элекке йәшәгән урынын республикаға алмаштырған. 100 меңдән ашыуы иһә республика эсендә күсенгән. Миграция ағымы күләме 309,4 мең осраҡ тәшкил иткән.

Һөҙөмтәлә төбәктә халыҡтың миграция иҫәбенә кәмеүе 5927 кеше тәшкил иткән. 2014 йылдағы ошо уҡ осорҙа — 4441 кеше.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ошо йылдың 1 ғинуарына республика халҡының һаны яҡынса 4 071 181 кеше тәшкил иткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 806 кешегә кәмегән (0,2 процентҡа).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть