Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡала халҡы 3000-дән ашыу кешегә артҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, ошо йылдың 1 ғинуарына республика халҡының һаны яҡынса 4 071 181 кеше тәшкил иткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 806 кешегә кәмегән (0,2 процентҡа).

2015 йылғы йомғаҡтар буйынса республика ауылда халыҡ күберәк йәшәгән төбәк булып ҡала. Статистиктар иҫәпләүенсә, 2 515,3 мең кеше (61,8 процент) ҡалала һәм 1 555,9 меңе (38,2 процент) ауылда йәшәй. Былтыр 3387 кеше ҡалаға күскән, ауылда йәшәүселәр 4193 кешегә кәмегән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында, икенселә — Татарстан (3 868 537 кеше), өсөнсөлә — Нижегород өлкәһе (3 258 645).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть