7 декабрь, Шаршамбы

10 февраль 2016 йыл, 16:36

Республика халҡы «Иҫәп алыу дөрөҫлөгө» викторинаһында ҡатнаша һәм еңеү яулай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2016 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға арналған «Иҫәп алыу дөрөҫлөгө» викторинаһының беренсе турына йомғаҡ яһалды.

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, викторинаның беренсе турының еңеүселәре билдәләнде. Туғыҙ еңеүсе араһында Башҡортостандан Леонид Ефимов, шулай уҡ Вологдала, Мәскәүҙә, Волгоградта, Приморье крайында, Коломнала һәм Тыва Республикаһында йәшәүселәр бар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 3 февралдән 23 мартҡа тиклем «Иҫәп алыу дөрөҫлөгө» викторинаһының икенсе этабы уҙғарыла. Һәр шаршамбы Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 10-да Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сайтындағы «Викторина» бүлегендә өс һорау баҫыласаҡ. Улар шаршамбы һайын киске сәғәт 7-се 25 минутта «Рәсәй радиоһы»нда «Иҫәп алыу дөрөҫлөгө» программаһы эфирында ла яңғыраясаҡ.