Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт опера һәм балет театры «Арҡайым» балетына саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

18 февралдә Башҡорт опера һәм балет театры өфөләрҙе танылған башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» балетына саҡыра. Милли репертуарҙың сағыу әҫәре театр афишаһында даими урын биләй. Сюжеттың нигеҙендә изге Арҡайым тураһында философик хикәйә ята.

Кисәлә төп ролдәрҙе Валерия Исаева (Йондоҙ), Илдар Мәнәпов (Самбулат), Софья Гаврюшина (Эрке), Артур Новичков (Буға) һәм башҡа солистар башҡара. Музыка көнсығыш фольклор мотивтары менән һуғарылған, милли уйын ҡоралдары ҡурай, ҡумыҙ менән үрелеп бара. Бейеүҙәрҙе ҡуйыусы — Андрей Петров (Мәскәү).

Балетты ижад иткәндә ғалим, тарихсы һәм археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Нияз Мәжитов, шулай уҡ филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова һәм билдәле шағир, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов үҙҙәренең кәңәштәрен биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть