10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2016 йыл, 14:54

«Өфө трикотажы» «Мәктәп формаһы» бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты

фото: «Өфө трикотажы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө трикотажы» икенсе йыл рәттән «Мәктәп формаһы» бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Сараны Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы ҡатнашлығында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ойошторҙо.

Компанияла «Башинформ» агентлығына һөйләүҙәренсә, жюри ағзалары һәр моделде заманса дизайн, тегелеше, материалдарҙың сифаты, төҫ критерийҙары буйынса баһалаған.

«Беҙҙең компания тәҡдим иткән мәктәп формаһы юғары сифат стандарттарына тап килә. Уның материалдары 35 проценттан кәм булмаған тәбиғи йөн сүстәрҙән тора», — тип билдәләне «Өфө трикотажы» вәкиле.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конкурс барышында мәктәптәрҙән — 1700-ҙән ашыу, етештереүселәрҙән 130-ҙан ашыу ғариза килгән. Интернетта асыҡ тауыш биреүҙә 359 кеше ҡатнашҡан, тауыштар һаны 14 079 тәшкил иткән.

Өфө компанияһы конкурс еңеүсеһе дипломы менән бүләкләнде, шулай уҡ быйыл март айында Мәскәүҙә мәктәп формаһын күрһәтеү мөмкинлеге бирелде. Компания махсус приз — билдәле селтәрҙең иң яҡшы 30 магазинында «Мәктәп йәрминкәләре»нә форма килтереүгә килешеү төҙөү мөмкинлеген алды.