6 декабрь, Шишәмбе

10 февраль 2016 йыл, 13:38

Төбәктә халыҡ-ара һәм рус шашкаһы буйынса гроссмейстерҙар билдәләнде

фото: Халыҡ-ара шашка федерацияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында халыҡ-ара һәм рус шашкаһы буйынса округ һәм республика кимәлендә бер юлы 32 турнир уҙҙы.

Ярыштарҙы Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәйҙең Шашка федерацияһы, Халыҡ-ара шашка федерацияһы, Ишембай районы хакимиәте ойошторҙо.

Унда 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты, шуларҙың өсәүһе — халыҡ-ара гроссмейстер, берәүһе — халыҡ-ара мастер, алтауһы — спорт мастеры. Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай командалары составында ике донъя чемпионы — Айнур Шәйбәков һәм Айгөл Иҙрисова, дүрт спорт мастерына кандидат бар ине.  

Рус шашкаһы буйынса ярыштарҙың һөҙөмтәләр түбәндәгесә. Ир-егеттәр араһында классик программала Ишембайҙан Янис Сафин еңеү яуланы. Республика юғары уҡыу йорттары араһында шәхси-команда чемпионатында БДУ командаһы иң яҡшыһы булды, ир-егеттәр араһында — Айнур Шәйбәков (БДПУ), ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлназ Әбүбәкерова (БДУ) беренсе урында. Шашка композицияһында йәнә Янис Сафин иң яҡшыһы тип танылды.

Ир-егеттәр араһында классик программа буйынса халыҡ-ара шашкала Өфөнән Рим Ишмәтов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Иҙрисова (Өфө) беренсе урын алды. Шашка композицияһында баш ҡаланан Кристина Осипова еңде. Республика юғары уҡыу йорттары араһында шәхси-команда чемпионатында БДПУ командаһы һәм Айнур Шәйбәков тәүге урында.

Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар, грамоталар, миҙалдар, чемпион командалар иһә кубоктар менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.