Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән 64 кеше яңы йорттан фатир алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рахимкулова/.

Өфөлә күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мохтаждарға 64 фатир бирелде.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йорт Георгий Мушников урамында 7-се кварталда һалынған. Төҙөүсеһе — «Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы. Яңы йорттағы фатирҙарҙың дөйөм һаны — 687, торлаҡтың дөйөм майҙаны — 35537,2 квадрат метр. Бынан тыш, аҙыҡ-түлек магазиндары, фитнес клубы, аптека урынлашасаҡ биналарҙың майҙаны 732,7 квадрат метр тәшкил итте.

Ун секциянан торған йорт 2013 йылдың июненән 2015 йылдың декабренә тиклем өлөшсөләрҙең аҡсаһына төҙөлгән. Һәр фатирҙа йылылыҡ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйылған. Торлаҡта һәм дөйөм файҙаланыу урындарында янғынға ҡаршы сигнализация бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть