11 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2016 йыл, 11:22

Өфөнән Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектында киң билдәле «Джамайка» йырын башҡарҙы

фото: шәхси архив

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 февралдә Беренсе каналда популяр «Голос. Дети» проектының өсөнсө миҙгеле башлана. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусыһы, Башҡорт опера һәм балет театрының балалар студияһы тәрбиәләнеүсеһе 10 йәшлек Марсель Сабиров проекттың һайлап алыу турын үткән.

Әле Беренсе каналдың эфирында барған йыр конкурсының реклама ролигын йәш өфөлө аса. Ул итальян телендә Робертино Лореттиҙың репертуарынан «Джамайка» йырын башҡара.

100 йырҙан торған исемлектән Марсель уҡытыусыһы Любовь Липатова менән дүрт әҫәр өйрәнгән. Музыкаль мөхәррирҙәр Марсель ошо йырҙы бик яҡшы башҡара тип иҫәпләй. Сәхнә образын малайға проекттың стилистары менән бергә әсәһе, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Эльмира Сабирова уйлап тапҡан.

«Сәхнәлә бөтөнләй тулҡынланманым. Мине атайым менән әсәйем, Диана апайым дәртләндерҙе. Бөтә балалар менән дә дуҫлаштым», — тип һөйләне Марсель Сабиров.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә репетициялар һәм проекттың киләһе этабын төшөрөү дауам итә. Жюри ағзаларының ҡайһыһы Марселде һайлаған һәм йәш өфөлө финалға үтәсәкме-юҡмы, тамашасылар тапшырыуҙы ҡарағас беләсәк.