4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2016 йыл, 10:07

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә. 2014 йылдың 1 апреленән республикала торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһы эшләй. Социаль проект Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы буйынса уртаса килемле граждандар өсөн торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында әҙерләнгән һәм төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат үҙәгендә хәбәр иттеләр.

Программаны үҫтереү маҡсатында республика халҡына ике йыл дауамында ошо программаға инеү мөмкинлеге бирелде, 8200-ҙән ашыу кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланды.

Төбәк Хөкүмәте ҡарар ҡабул иткәндән һуң 2016 йылдың 14 февраленән торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә. Хәҙер программала Башҡортостанда даими йәшәгән һәм «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса эконом класлы торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы кешеләр категорияһына ҡараған граждандар ҡатнаша ала.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, торлаҡ алыу ике этапта башҡарыла: аҡса йыйыу һәм артабан кредит алыу. Беренсе этапта программала ҡатнашыусы, банкта махсус иҫәп асып, ай һайын шунда аҡса һала башлай. Ошо аҡсаға дәүләт бюджеттан премия өҫтәй. Уның күләме — һалынған аҡсаның 30 проценты. Аҡса туплау осоро тамамланғас, ҡатнашыусылар йылына 6-7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була.