Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Республикала 15 февралдән праймеризда ҡатнашыуға ғариза бирергә мөмкин — Константин Толкачев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

15 февралдән «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыуға ғариза бирергә мөмкин. 10 апрель — документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө, кандидаттарҙы теркәү 15 апрелдә тамамлана. Был хаҡта партияның төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы ултырышы бара.

Константин Толкачев Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының XV съезының беренсе этабында ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, алдан тауыш биреү 22 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем уҙасағы билдәләнде. Ошо сараны үткәреүҙең мөһим этаптары ҡаралды.

Константин Толкачев әйтеүенсә, төп шарттар — кандидаттарҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе һәм дебаттарҙа ҡатнашыуы. Алдан тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Партияла ағза булып тороу-тормауы мотлаҡ түгел. Кандидаттар суд хөкөмөнә тарттырылмаҫҡа, шулай уҡ сит илдәрҙәге активтарға эйә булмаҫҡа тейеш. 1 апрелгә тиклем уларға килемдәр һәм сығымдар тураһында декларация тапшырырға кәрәк.

Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бирелгән тауыштар һаны участкаға тауыш бирергә килеүселәр һанынан күберәк булыуы ихтимал. Был бер кешенең бер нисә ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алыуына бәйле.

Праймериз йомғаҡтары буйынса рейтинглы исемлек төҙөләсәк. Июндә съездың икенсе этабында Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙән кандидаттар тап уның буйынса билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть