Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан төбәктә алтын биҙәүестәргә хаҡтар күтәрелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Йыл башынан Башҡортостанда алтын биҙәүестәргә хаҡтар күтәрелгән. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуарынан электр тауарҙарына һәм көнкүреш техникаһына (0,5-6,4 процентҡа), компьютерҙарға һәм смартфондарға (0,5-1,9), ҡайһы бер еңел автомобилдәргә (2,2-3,4), парфюмерия-косметика тауарҙарына, йыйыу, таҙартыу сараларына (0,6-3,3) хаҡтарҙың артыуы дауам иткән.

Статистиктар иҫәпләүенсә, алтын биҙәүестәр 5,1 процентҡа, сит ил тәмәкеһе — 3,7, гәзиттәр — 5,7-11,8, таҫтамал, кизе-мамыҡ туҡыма һәм түшәк кәрәк-яраҡтары 2,4-3,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Миҙгелле өҫ һәм аяҡ кейемдәренә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә, газ-мотор яғыулығына — 1,7 процентҡа.

Алдан хәбәр ителгәнсә, аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә, шулай уҡ республика халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡтар артты. Быйыл ғинуар айында Башҡортостанда инфляция 0,8 процент кимәлендә булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть