5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2016 йыл, 15:17

Башҡортостанда Рәшит Әхтәри исемендәге премия тапшырылды

фото: Мәсетле районы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Рәшит Әхтәри исемендәге премия тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был юлы уға Ғәйникамал Мирхәева-Абдуллина лайыҡ булды. Әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге награда танылған шағир, фольклорсы Рәшит Әхтәриҙең тыуған яғы Мәсетле районында тапшырылды.

Премия шағирҙың яҡташтарының һорауы буйынса 2002 йылда муниципаль район Советы тарафынан булдырылған. Ул яҙыусы, шағир, журналист, композитор, фольклорсы, тарихсы, рәссамдарҙың йәмәғәтселектә танылыу алған әҫәрҙәре өсөн бирелә. Награда юғары профессиональ сәхнә эшмәкәрлеге һәм райондың рухи-әхлаҡи үҫешендәге хеҙмәттәре өсөн тапшырыла. Бүләкләү тантанаһы ике йылға бер тапҡыр ойошторола.

Быйылғы лауреат Ғәйникамал Мирхәева-Абдуллина 40 йыл Дыуан-Мәсетле мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләгән, «Тарих яҙыр инем ташыма», «Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары» исемле йыйынтыҡтар баҫтырып сығарған. Уҡыусылар менән бергә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барған, районда иң яҡшы мәктәп музейын булдырған.

Премияны тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Зәбихуллин тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһында уҙған йылдарҙағы лауреаттар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзалары Гөлсирә Шафиҡова, Тәскирә Даянова ҡатнашты. Мәсетле районы хакимиәтенең рәсми порталында хәбәр ителеүенсә, сара үҙешмәкәр коллективтарҙың концерт номерҙары менән тамамланды.