6 декабрь, Шишәмбе

09 февраль 2016 йыл, 14:10

Баш ҡалала «Минең атайым — клоун» яңы анимация фильмы өҫтөндә эш тамамланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһында «Минең атайым — клоун» яңы анимация фильмын төшөрөү тамамланды. Фильмдың авторы — «Алдар менән һоро бүре», «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән», «Супер 8», «Хәйерлегә булһын!» фильмдарын төшөргән билдәле режиссер Рим Шәрәфетдинов.

Биш минутлыҡ фильмда клоундың ғаиләһе хаҡында һүҙ бара. Тәүҙә геройҙарҙың һәр хәрәкәтенең эскизы эшләнгән, һуңынан сканерланған һәм буятылған. «Минең атайым — клоун» анимация фильмын төшөрөүгә режиссерға бер йыл кәрәк булған, тип хәбәр итте киностудияның матбуғат секретары Сәлимә Батисова.

«Фильм «балалар йәнһүрәте» стилендә төшөрөлгән, экранда донъяны балалар күҙлегенән сығып күрһәтергә теләнем», — тип хәбәр итте режиссер.

Тиҙҙән фильмдың премьераһы буласаҡ, шулай уҡ уны фестивалдәргә ебәрергә ниәтләйҙәр.

темалар: кино