7 декабрь, Шаршамбы

09 февраль 2016 йыл, 13:00

Өфөлә «Сәк-сәк байрамы» ғашиҡтарға тоннанан ашыу милли тәм-том бүләк итәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 14 февралдә, ғашиҡтар көнөндә, Өфөләге Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Сәк-сәк байрамы» тигән күләмле акция ойошторола. Сара үҙенә күрә мәҙәни импортты алмаштырыу символы буласаҡ, ғәҙәти «валентинкалар» урынына өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына милли ризыҡ — сәк-сәк бүләк итәсәктәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Сәк-сәк байрамы» проектының координаторы Елена Хазиева һөйләне.

«Ваҡиға үҙәгендә — 1100 килограмлыҡ иң ҙур сәк-сәк эшләү. Сәк-сәктән  яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе Башҡортостандың символы һәм мәҙәни коды булыу ихтималлығына эйә. Рекордты Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкилдәре теркәйәсәк. Бынан алдағы рекорд — бер тонна сәк-сәк — Ҡазанда ҡаланың 1000 йыллығын билдәләгәндә ҡуйылғайны», — тине ул.

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең XI ҡышҡы Спартакиадаһы көндәре барышында «СОГАЗ» страховкалау төркөмө мәҙәни импортты алмаштырыу акцияһының партнеры булып тора. 12 февралдән 19-на тиклем Өфөгә спорт ярыштарына бөтә илдән һәм яҡын сит илдәрҙән өс меңгә яҡын кеше килә. Көн һайын Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда ярышта ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Күңел асыу программаһында — заманса этник музыка фестивале һәм диджей көйҙәре (көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана), конкурстар һәм көтөлмәгән бүләктәр. Киске 8-се яртыла сәк-сәк фигураһын тамамлау акцияның иң юғары нөктәһе буласаҡ, һуңынан спортсыларҙы бүләкләү, бер үк ваҡытта килеүселәрҙең барыһын да татлы ризыҡ менән һыйлау башланасаҡ. Сәк-сәк таратыу үҙенсәлекле хәйер буласаҡ — боронғо традиция тормошобоҙға органик рәүештә үтеп инәсәк.