9 декабрь, Йома

09 февраль 2016 йыл, 11:48

Йыл башынан төбәктә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа аҙыҡ-түлек баҙарында күҙләнсек сырға, аҡ һәм зәйтүн майына (1,6-3,9 процентҡа), сәйгә, торттарға, шәкәргә, джем һәм повидлоға (2,0-4,6), балға (7,4) хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Картуф (2,7 процентҡа), сөгөлдөр, һарымһаҡ, башлы һуған, аҡ күсәнле кәбеҫтә, кишер (1,9-5,5), яңы ҡыяр (7,6), алма, лимон, банан (4,4-12,8) виноград һәм груша (18,9-23,2) ҡиммәтләнгән.

Статистиктар помидорға һәм әфлисунға (8,7-10,8 процентҡа), сосискаға, сарделькаға, тауыҡ боттарына, билмәнгә, мантыға һәм равиолиға (0,7-0,8), дөгөгә, ҡарабойҙай, һоло, арпа ярмаларына (1,3-2,1), минераль һыуға (2,4) хаҡтарҙың төшөүен билдәләй.