9 декабрь, Йома

09 февраль 2016 йыл, 10:36

Ғинуарҙа республикала инфляция 0,8 процент тәшкил иткән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ағымдағы йылдың ғинуар айында Башҡортостанда инфляция 0,8 процент кимәлендә булған, Рәсәй буйынса – 1 процент. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың ғинуарына республикала ҡулланыусылар хаҡтары индексы 8,1 процентҡа артҡан, ил буйынса уртаса — 9,8 процентҡа.

Быйыл ғинуарҙа ҡулланыусылар баҙарының бөтә секторында хаҡтарҙың артыуы былтырғы күрһәткестәрҙән күпкә түбәнерәк булды һәм күберәк 2014 йылдағы кимәлгә тура килде, тип билдәләй статистиктар.