Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны 177 кешегә етте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны 177 кешегә етте, улар араһында 102 өлкән кеше һәм 75 бала бар. 30 процентҡа яҡыны дауахананан сығарылған, ҡалғандары стационарҙа дауалана, тип хәбәр иттеләр төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

29 ғинуарҙан Өфөлә киҙеү буйынса карантин иғлан ителде. Әле Күмертау һәм Салауат ҡалаларында, Туймазы, Дыуан, Борай, Балаҡатай, Дәүләкән, Баҡалы, Ҡыйғы, Бүздәк, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында шундай сара ҡабул ителгән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаҡланыу сараларын үтәргә һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа кәңәш итә. Сирҙең эпидемик күтәрелеше осоронда прививка яһатырға ярамай, шуға күрә иҫкәртеү тәүге урынға сыға.

Иҫкәртеүҙең төп алымдары — тәү сиратта шәхси гигиена. Бинаны елләтергә, туҙандарҙы һөртөргә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға кәрәк. Битлек кейергә, кеше күп йөрөгән сараларға бармаҫҡа кәңәш ителә. Ошо рәүешле үҙеңде һәм яҡындарыңды сирҙән һаҡларға мөмкин, тип билдәләй белгестәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть