8 декабрь, Кесе йома

08 февраль 2016 йыл, 18:02

Республикала Рәсәй фәне көнөндә йәш ғалимдарға һәм ғилми коллективтарға гранттар тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 8 февралдә, Рәсәйҙең ғилми берләшмәһе һөнәри байрамын билдәләй. Был көндә республикала ғилми эштәр конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һигеҙ йәш ғалимға һәм 12 ғилми коллективҡа ғилми эштәре һәм ҡаҙаныштары өсөн республика гранттарын тапшырҙы. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 меңгә тиклем артҡан.

Тантана барышында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта фәндең үҫеше илдең иҡтисади һәм социаль үҫешенең мөһим сығанаҡтарының береһе сифатында ҡарала, шуға күрә ошо өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Фәндең һәм етештереүҙең интеграцияһы — тәү сираттағы бурыс. Фән эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ғәмәлгә ашырыу өсөн республикала байтаҡ эштәр башҡарыла. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен индерергә булышлыҡ иткән институттар бар. Юғары уҡыу йорто фәнен үҫтереүгә лә ҙур итибар бүленәсәк.

Башҡортостанда ярайһы уҡ үҫешкән ғилми-мәғариф комплексы булдырылған: 69 ойошма, шул иҫәптән федераль академия учреждениелары фәнни тикшереүҙәр алып бара. Республикала мөһим тикшеренеүҙәр бар. Тәү сиратта улар нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, машиналар эшләү өлкәһендәге технологияларға, биология, биотехнологияларға һәм социаль өлкәгә ҡағыла.

Быйыл конкурсҡа 200-гә яҡын ғилми эш тәҡдим ителгән. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, тикшереүҙәрҙе уникаль ҡорамалда башҡарыу, уҡыу процесын заманса техник һәм мәғлүмәт сараларын файҙаланып алып барыу мөмкинлеге һәләтле йәш ғалимдарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә, республиканың ғилми ҡеүәтен үҫтерә. Башҡортостандың гранттар конкурсында ҡатнашырға теләүсе йәш ғалимдарҙың һаны ошо хаҡта һөйләй.

«Әгәр 2010 йылда бер грантҡа биш эш дәғүә итһә, һуңғы йылдарҙа иһә конкурс 10-дан ашыу», — тине Әлфис Ғаязов.