Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Беҙҙең балалар» фонды Масленица байрамын ойошторорға теләүселәрҙе саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

13 мартта Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды «Ярҙам итеү еңел!» девизы аҫтында Масленица байрамын ойоштора.

Ойоштороусылар сараны уҙғарыуҙа, фондтың программаһын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнашырға, әйлән-бәйлән уйнарға өйрәнергә теләүселәрҙе саҡыра.

Әлеге ваҡытта хәйриә фонды ҡурсаҡты әҙерләү өсөн яуаплылар, координаторҙар, ирекмәндәр, аҡса йыйыу өсөн яуаплы кешеләр эҙләй. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар «Бәйләнештә» сараның төркөмөндә ҡабул ителә.

Байрам ҡунаҡтарын сағыу, күңелле байрам, уйын-көлкө, тәм-том көтә. Программала арҡан тартыу, быйма ташлау, ҡылыс алышы, утын ярыу, тоҡ менән һуғышыу, ҡарасҡы яндырыу, усаҡ аша һикереү һәм башҡа уйындар ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть