9 декабрь, Йома

08 февраль 2016 йыл, 15:22

Төбәктә «Ҡалдырма, әсәй!» китабын уҡып сыҡҡандан һуң ике баланы тәрбиәгә алғандар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған китабының исем туйы үтә. Мәҙәниәт йорттарында һәм мәктәптәрҙә автор һәм уның коллегалары менән ойошторолған ижади осрашыуға олоһо ла, кесеһе лә килә. Сараның ойоштороусылары булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай сығыш яһай.

Айгиз Баймөхәмәтовтың балалар йортонда тәрбиәләнгән Ильяс исемле етем малай тураһында автобиографик повесы ҙур баһа алды. Китап бер нисә тапҡыр баҫылып сыҡты, рус һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителде. Автор әйтеүенсә, уға уҡыусыларҙан хаттар йыш килә.

«Мин китапты былтыр көҙ уҡып сыҡтым. Уҡығанда күҙҙәремә йәштәр тығылды. Ошо әҫәрҙе уҡығандан һуң әсәйем балалар йортонан сабый алды. Беҙ, уның ике өлкән ҡыҙы, ҡаршы килмәнек. Хәҙер әсәйебеҙ бер түгел, ике бала тәрбиәләй», — тип яҙғандар авторға Ғафури районынан.

«Социаль етемлек йылдан-йыл арта бара. Бөгөн ата-әсәһе иҫән була тороп та балаларҙың 90 проценты балалар йорттарында йәшәй. Шуға күрә китаптың исеме лә саҡырыу булып яңғырай. Быға ҡаршы нисек көрәшергә? Бары тик үҫеп килеүсе быуынды ошондай әҫәрҙәр ярҙамында тәрбиәләп кенә», — тип иҫәпләй автор.  

2013 йылда китап «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүсеһе булды, 2015 йылда уның авторына Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Танылған ҡәләм оҫталары Ноғман Мусин, Рафаэль Аҙнағолов, Суфиян Поварисов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов әҫәргә юғары баһа бирҙе.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса спектакль сәхнәләштерелә.

темалар: әҙәбиәт