Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала социаль бизнесты алып барыу үҙенсәлектәре тикшереләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

11 февралдә — Мәләүездә, 12-дә Өфөлә Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форум уҙғарыла. Ул эшҡыуарҙарҙы туплау һәм социаль йүнәлешле бизнес өлкәһендә тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булараҡ уйланылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгендә. Саралар республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән ойошторола.

Форум сиктәрендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда финанслау мәсьәләләре, франчайзинг мехнизмдарын файҙаланыу, йәмәғәт фондтары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Мәскәү, Төмән, Пермь, Өфө эшҡыуарҙары һәм эксперттары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Улар социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләүселәр өсөн шәхси консультациялар уҙғарасаҡ.

«Социаль бизнес иң киҫкен проблемаларҙы хәл итеүҙә — инвалидтарҙы, балалар йорттарын тамамлаусыларҙы, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтә. Шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстары ярҙамында социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә мөмкин», — тип билдәләнеләр ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть