6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2016 йыл, 12:21

Баш ҡалала «Балҡантау рухы» исемле фантастик повесть донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә танылған шағирә һәм журналист Лариса Абдуллинаның «Балҡантау рухы» китабы донъя күрҙе. Китапҡа уҡыусылар өсөн фантастик повесть ингән.

Өс үҫмер Салауат, Айбулат һәм Хансура тылсымлы тауҙың эсенә килеп инә һәм бер нисек тә унан сыға алмай. Малайҙарҙы ҡыҙыҡлы мажаралар көтә: улар атайҙарының бала сағына барып эләгә, Асылыкүл төбөнә төшә, иң яҡшы компьютерҙың кешегә оҡшаш итеп яһалғанлығын белә. Һынауҙар аша үткәс, үҫмерҙәр шәжәрәләрен белгән осраҡта ғына тауҙан сыға аласағын аңлай.

«Беҙҙең быуын «Бәләкәй принц» йәки «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» китаптарын уҡып үҫте. Хәҙерге үҫмерҙәр уҡымай тиерлек. Мин тап балалар өсөн ҡыҙыҡлы китап яҙырға теләнем. Бик күп шиғырҙар, романдар яҙабыҙ, әммә һәр яҙыусы балалар өсөн бер әҫәр булһа ла ижад итмәһә, тиҙҙән уҡыусыларыбыҙҙың ҡалмауы ихтимал, — тип иҫәпләй Лариса Абдуллина. — Миңә балаларҙың повесымды нисек ҡабул итеүе ҡыҙыҡ. Ике улымдың да китаптағы ваҡиғаларға мөнәсәбәте ҡапма-ҡаршы булды».  

Лариса Абдуллинаның яңы китабы яҡшы баһа алды. Благовар районында уҡыусылар менән осрашыу, яңы китап тураһында фекер алышыу ойошторолдо. Рәсимә Ураҡсина исемендәге фонд Дәүләкән районы (яҙыусының тыуған яғы) китапханаларына 20 дана китап бүләк итте. Бөгөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында «Балҡантау рухы» китабы буйынса асыҡ дәрес күрһәтелә.

темалар: китап сығарыу