Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XV съезында ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

6 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XV съезы эшендә ҡатнашты.

Съездың пленар ултырышын асып, партия рәйесе, Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» «Президенттың сәйәси ресурсы» булып тороуын һәм ышаныслы рәүештә яңы сәйәси циклға аяҡ баҫыуын билдәләне.

Партия лидеры фекеренсә, 2016 йылда «Берҙәм Рәсәй» өсөн һайлауҙарҙа еңеп сығыу мөһим.

– Ил ҡатмарлы шарттарҙа тора, сәбәптәре беҙгә билдәле. Үҙебеҙҙең проблемаларыбыҙ ҙа етәрлек, беҙгә төрлө яҡтан баҫым яһайҙар. «Берҙәм Рәсәй» өсөн тап һынауҙар һәм ҡатмарлы ҡарарҙар осоронда еңеп сығыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. – Беҙ һеҙҙең менән 2008-2011 йылдарҙағы көрсөктө еңеп сыҡтыҡ, нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Еңеү өсөн барыһы ла бар. Һөҙөмтәле һәм стратегик яҡтан дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә, фекеребеҙҙе яҡларға һәм идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырырға беләбеҙ.

Съезд йомғаҡтары хаҡында һөйләгәндә республика Башлығы уның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки ул 2016 йылдың көҙөндә үтәсәк Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан уҙғарылды. Рөстәм Хәмитов партия лидеры Дмитрий Медведевтың сығышын «программалы, етди һәм мөһим» тип билдәләне.

– Үҙ ваҡытында республика «Эш. Хеҙмәт хаҡы.Торлаҡ» тезисын тәҡдим итте. Башҡортостан Хөкүмәте ошо йүнәлештәр буйынса эшләй. Бөгөн Хөкүмәт Рәйесе был тезисты һүҙмә-һүҙ ҡабатланы һәм ошо төп мәсьәләләр менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Айырыуса һайлауҙар һәм иҡтисади яҡтан ауыр йылда, – тине төбәк етәксеһе. – Съезд йомғаҡтары илебеҙҙең иҡтисади проблемаларҙы еңеп сығыуына, үҙҙәренең эшен һаҡлап ҡалырға теләгән кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Улар, тәү сиратта, оло йәштәгеләр, балалар һәм ярҙамға мохтаж башҡа категориялар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть